

Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу булды. Республиканан семинарға йыйылған уҡытыусылар, журналистар һәм студенттар алдында С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, колледж директоры Сынтимер Баязитов, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров сығыш яһаны. Түңәрәк өҫтәл артында гәзит журналдарға яҙылыу, хеҙмәттәшлек хаҡында йәнле һөйләшеү барҙы. Уҡытыусылар, студенттар әҙиптәргә һорауҙар бирҙе, киләсәктә уңыштар теләне.
Осрашыу барыһына ла оҡшаны.
Салауат Кәримов "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире.

