"Ғүмер эҙе - китап үҙе"

"Ғүмер эҙе - китап үҙе"

17.09.2021


Өфө ҡалаһында бар ғүмерен китап нәшерләү, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, календарь әҙерләү эшенә бағышлаған шәхес - мөхәррир, тәржемәсе, журналист һәм әүҙем йәмәғәтсе Динә Ғәйнелбаян ҡыҙы Мырҙаҡаеваның 70 йәше уңайынан "Ғүмер эҙе - китап үҙе" исемле ижади сара үтте.
Ысын мәғәнәһендә матбуғат, мәғрифәт һәм мәҙәниәт байрамы булып күңелгә ятты был осрашыу. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, В.Исхаҡов исемендәге әҙәби премия лауреаты Д. Ғ. Мырҙаҡаеваны республика гәзит-журналдары вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижтимағи ойошмалар оло юбилейы менән ҡотланы.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһы коллективы исеменән авторыбыҙҙы һәм дуҫыбыҙҙы матур ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ, киләсәктә уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Салауат Кәримов "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире.


Возврат к списку