Һәр бер йортҡа – “Башҡортостан!

Һәр бер йортҡа – “Башҡортостан!

06.04.2022

Һәр бер йортҡа – “Башҡортостан!


Ҡәҙерле милләттәштәр!
Республикабыҙҙың төп баҫмаһы һаналған һәм быйыл 105 йыллыҡ юбилейын билдәгән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса шәп акция старт алды! Ысынлап та, республикабыҙың дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы, милли рухыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлаусы баҫмабыҙға һәр беребеҙ тарафынан иғтибар кәрәк! Минеңсә, бер кем дә был саранан ситтә ҡалырға тейеш түгел – “Башҡортостан” гәзитен алдырайыҡ һәм уҡыйыҡ, дуҫтар!

“Һәр бер йортҡа – “Башҡортостан” эстафетаһын мин үҙ сиратымда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡоловаға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Михаил ҡыҙы Танһыҡҡужинаға, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизовҡа, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтовҡа, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашаповҡа, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевҡа, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Альберт улы Ишемғоловҡа тапшырам! Улар ҙа был рухи сылбырҙы өҙмәҫ һәм “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары һанын арттырыр тип ышанам!
Вәдүт Исхаков


Возврат к списку