Аҡбуҙат” журналы ҙур конкурс уҙғара!

Аҡбуҙат” журналы ҙур конкурс уҙғара!

27.02.2022

Аҡбуҙат” журналы Инстаграмда беренсегә конкурс уҙғара

Был конкурс әсәйҙәрҙең бәпәйҙәренең ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен, мәҙәк мәлдәрен яҙыуҙан ғибәрәт буласаҡ.
Ғәҙәттә бөтә конкурстарыбыҙ «Бәйләнештә» төркөмөндә уҙа ине, әле бергәләп, Инстаграмдағы конкурсты ла матур ғына уҙғарып ебәрәйек. Әүҙем генә үтһә, төрлө бәйгеләр бында ла уҙып торор.

Шарттары:
????Беренсенән, ошо яҙманы уҡығас та, пост итеп үҙ сәхифәгеҙгә урынлаштырырға (үҙегеҙ теләгән фото-һүрәт менән) һәм #Аҡбуҙатжурналы ойошторған конкурста ҡатнашам” тип яҙырға, #АҡбуҙатҠыҙыҡХәбәр хэштегын ҡуйырға.
???? Бәләкәс балалары булған өс дуҫыңды ошо пост аҫтында билдәлә.

????Икенсенән, бәләкәстәрегеҙҙең ҡыҙыҡ хәлдәрен, мәҙәк хәбәрҙәрен яҙып, айырым пост ҡуйырға.
????Текста мотлаҡ #Аҡбуҙатжурналы ойошторған конкурста ҡатнашам” тигән һөйләм, беҙҙең Инстаграмға һылтанма булырға һәм конкурстың хэштегы#АҡбуҙатҠыҙыҡХәбәр ҡуйылырға тейеш.
???? Һәр ҡатнашыусының беҙҙең ошо сәхифәгә яҙылыуы мотлаҡ.

Еңеүселәр теүәл бер аҙнанан 4 март көнө билдәләнәсәк. Тәүге өс урынға лайыҡ булғандарҙы фотолағы бүләктәр көтә!
"Аҡбуҙат" журналы


Возврат к списку