“Шиғриәт” рубрикаһындағы Фәрит Әхмәҙиевтең “Аҙашҡан йондоҙ” поэмаһы, Гөлназ Ҡотоеваның “Тажлы зәхмәт, сиген!” шиғырҙар шәлкеме лә үҙенсәлекле образдары һәм стиле менән арбай.
“Ағиҙел”дә “Казан утлары” ҡунаҡта был юлы. Татар яҙыусылары Рөстәм Ғәлиуллин, Луиза Янсуар, Зиннур Мансуров, Рәзил Вәлиев, Ркаил Зәйдулла, Ренат Харис, Рәниф Шәрипов, Лилиә Ғибәҙуллина, Шәмсиә Йыһангирова һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре көтә һеҙҙе.
Яҙыусы ни өсөн тап ошо темаға тотонған? Әҫәр яҙыуға нимә сәбәпсе, йәки этәргес булған? Геройҙарының прототиптары бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, үткән йыл “Ағиҙел” журналында “Әҫәр нисек яҙылды?” тигән яңы рубрика асылғайны. Унда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин “Һайлап алған яҙмыш” романының яҙылыу тарихы менән бүлешкәйне. Был юлы рубрикала яҙыусы Әмир Әминев сығыш яһай.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында яҙыусы Флүр Ғазиндың “Әжәл көткәндә”хикәйәһе тәҡдим ителә.
Билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитовтың уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул иткән “Хәтер ипкендәре” тигән ғүмер яҙмалары был һанда ла дауам итә.
Марат Әминевтең юморескалары, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың шағир, яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов хаҡындағы яҙмалары, Луиза Кирәеваның “Юлға әйҙәй заман” (Шағир Хисмәт Юлдашевтың ижадына бер ҡараш) рецензияһы, Дилбәр Ишморатованың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Хәсән Һәм Зилә Усмановтар хаҡындағы “Һандуғасың булһын эргәлә” тигән мәҡәләһе лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Миҙгелдәр алмашына тора, әммә рухи ҡиммәттәр үҙгәрмәй... Һеҙ тоғро ҡалған “Ағиҙел” журналы ла рухи донъяға нур, яҡтылыҡ һирпеп, яҙыусыларҙың әле генә йылы ҡәләменән сыҡҡан әҫәрҙәре менән таныштыра бара, берсә тарихҡа күҙ һалып, берсә көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғатып, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә юл яра.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
https://agideljurn.ru/articles/common_material/2022-04-13/a-i-el-zhurnalyny-4-se-anyna-k-te-2767721