"Аҡмулла арбаһы" сараһы Ғафури ерендә гөрләп үтте!

"Аҡмулла арбаһы" сараһы Ғафури ерендә гөрләп үтте!

18.10.2022

"Аҡмулла арбаһы" сараһы Ғафури ерендә гөрләп үтте!

Был сара һәр ижади ҡарашлы уҡыусының күңелендә яҡты йәйғор нурҙары уйнаткандыр, тип уйлайым. Сағыу һәм көслө яҙыусы апай - ағайҙарҙың матур фекерҙәре күңелемә һиллек, тыныслыҡ бирҙе һәм матур уйҙар уятты. Уларҙың үткер һүҙҙәре миңә васыят кеүек тойолдо. Эйе, беҙ, йәш быуын уҡыусылары, үҙебеҙҙең яҡташ шағирәбеҙ Гөлнур апай Яҡупова, яҙыусы ағайҙарыбыҙ Мөнир Кунафин, Салауат Әбүзәровтар менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ.

"Аҡмулла арбаһы" сараһы бай йөкмәткеле һәм бай рухлы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, күңелле һәм бик матур үтте. Һеҙгә ҙур рәхмәт, "Ағиҙел" журналында эшләгән апайҙар һәм ағайҙар. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Ғәлимова Алһыу


Возврат к списку