"Аманат"лы синыф!
Бөрйән районы Тимер мәктәбенең 6 синыф уҡыусылары "Бөтөн синыф менән “Аманат” акцияһына ҡушылған.
Беҙ Аманат журналын электән яратып уҡыйбыҙ, быйыл синыф менән яҙылдыҡ. Синыф етәксеһе Рәсимә Ҡәдир ҡыҙы Арыҫланғужина синыф менән "Аманат"журналына яҙҙырыуҙы ойоштоҙо. Журналыбыҙҙы яратып уҡыйбыҙ, класс сәғәттәрендә ҡулланабыҙ тип яҙалар улар хатында.
Әйткәндәй, декабрь – 2022 йылдың беренсе яртыһына "Аманат" журналына яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле.
Яҙылыу кампанияһы Декабрҙең 20-дә тамамлана.
"Аманат"ҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ! Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 379 һум да 57 тин, ә тотош йылға – 668 һум да 08 тин. Беҙҙең индекс П2706.
"Аманат" журналы