"АМАНАТ"ТЫҢ АМАНАТЫ!
Башҡа баҫмаларҙан айырмалы, "Аманат" республика балалар-үҫмерҙәр журналының йыллыҡ премияһының атамаһы бар, ул мәшһүр мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөтә һәм ул премия журналдың әүҙем авторҙарына 2007 йылдан алып бирелә килә.
Атаҡлы сәсәнебеҙҙең "Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән мәшһүр саҡырыуын, оранын үҙенең девизы итеп алған балалар баҫмаһының премияһының шул исемде йөрөтөүе һис тә ғәжәп түгел, сөнки "Пионер" - "Аманат" үҙе лә - инде 93 йыл сығып килеүе дәүерендә һәр саҡ йәш быуынды уҡыуға, аң-белемгә өндәү, әйҙәүҙе туҡтауһыҙ алға һөрөүсе баҫма.
2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса ул премияға күренекле прозаик, хикәйәләр ҡойоу оҫтаһы, "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаков (уртала), Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, яҙыусы Рәзилә Ырыҫҡужина (уңда) һәм "Аманат"тың бүлек мөхәррире Сәлимә Ҡаранаева лайыҡ булды.
Әйткәндәй, күренекле башҡорт сәсәне үә мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың исемен, ижадын, саҡырыуын, идеяларын әүҙем пропагандалаған өсөн 2013 йылда "Аманат" журналы үҙе лә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мифтахетдин Аҡмулла премияһы менән бүләкләнгәйне.
Тиңдәр араһында тиң булабыҙ, алдынғыларҙан ҡалмайбыҙ тиһәк, милләттәштәр, мәктәптә лә уҡырға кәрәк, уҡыу йортонда ла уҡырға кәрәк, үҙ аллы ла уҡырға кәрәк, балаларыбыҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫһен тиһәк, "Аманат"ты уҡырға кәрәк, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәйбеҙ һәм ике донъяла ла уңышҡа ирешәбеҙ тиһәк, намаҙ уҡырға кәрәк! Ғөмүмән, башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Бушҡа ғына Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең өммәте әһелдәрен аң белгәндән алып ҡәбергә тиклем белем алырға өндәмәгән! Раббыбыҙың да, сүбхән Аллаһ, Уға беренсе әмере шул булған: "УҠЫ!"


https://vk.com/yulan69?z=photo211336681_457240593%2Fwall211336681_2187