Айгиз Баймөхәмәтовты Ҡазанда көтәләр

Айгиз Баймөхәмәтовты Ҡазанда көтәләр

Айгиз Баймөхәмәтовты Ҡазанда көтәләр 27.08.2021

3 сентябрҙә “ТАТМЕДИА” АҖ, Татарстан Яҙыусылар берлеге һәм  “Казан утлары”  журналы яҙыусы, журналист, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире  Айгиз Баймөхәмәтовның татар телендә донъя күргән “Нахак” китабын тәҡдим итә.
“Нахак” – “Казан утлары” китапханаһы” серияһында сыҡҡан алтынсы китап.
Данил исемле ун өс йәшлек үҫмерҙең ҙур хыялы бар – уның төҙөүсө булғыһы килә. Ул ҙур йорттар һалып, үҙе лә шуларҙың берһендә бәхеткә тейенеп йәшәргә теләй. Әммә  ул әлегә урамда йәшәргә мәжбүр. Уның яратаһы, яратылаһы, әсәһенән бер яғымлы һүҙ ишеткеһе, ҡосағында йылынаһы килә. Әммә уға ул йылыны подваларҙан эҙләргә тура  килә, ишеткәндәре лә күңелде йәрәхәтләй торган һүҙҙәр генә… Күпме дауам итер былай? Данил исемле малай тормош урамдарында аҙашып ҡалмаҫмы? Китапҡа ингән “Урам балалары” повесында йәтим малайҙың ҡатлаулы яҙмышы һүрәтләнә.
“Нахак” хикәйәһендә иһә Иҙел кеүек үҫмер ололарҙың ҡырыҫ донъяһында   ғәйепһеҙҙән ғәйепле булып ҡала, хаҡлыҡ  эҙләп йөрөргә мәжбүр була. Шул рәүешле йәш геройҙар тура мәғәнәһендә йәшәргә өйрәнә…
3 сентябрҙә әҙәбиәт һөйөүсөләрҙе Татарстан Яҙыусылар берлеге бинаһында (Ҡазан ҡалаһы, Мөштәри урамы, 14-се һанлы йорт) уҙасаҡ китап тәҡдир итеү кисәһенә – автор менән яҡынданыраҡ  танышырға, уның әҫәрҙәре тураһында һөйләшергә саҡырып ҡалабыҙ!
Китап презентацияһында Татарстан Дәүләт Советы депутаты, Яҙыусылар берлеге рәйесе Раил Зәйдулла, “ТАТМЕДИА”АҖ  генераль директоры Шамил Садыҡов, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, “Ҡазан утлары” журналы редакцияһы, яҙыусылар, автор үҙе – яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һ.б. ҡатнашыуы көтөлә.
Сара 15.00 сәғәттә башлана.
Автор: Венер Исхаков.


Возврат к списку