Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мотаһар улы Мортазин йәштән спорт менән дуҫ була. Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында эшләү дәүерендә волейбол, футбол ярыштарында сығыш яһап, күп тапҡыр еңеү яулай. Шуға күрә уның иҫтәлегенә журналистар араһында волейбол турнирҙарының ойошторолоуы оло әһәмиәткә эйә. Уның төп маҡсаты — баҫма матбуғат, телевидение-радио тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау.
Бөгөнгө Әхәт Мотаһар улының иҫтәлегенә волейбол турниры бик сәмле барҙы. Һәр команда еңеү өсөн бар көсөн һалды, һәр уйынсы лайыҡлы сығыш яһарға тырышты. БР Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, волейбол ярыштарын йыл да үткәреп торорға кәрәк, тиҙҙән журналистар өсөн спорт залы ҡуртымға алынасаҡ һәм улар тәғәйен ваҡытта ярыштарға әҙерләнә аласаҡ.
Ярыш булғас, уның еңеүсеһе-еңелеүсеһе лә бар. Шулай итеп, беренсе урынды БЮТ каналы яуланы. Икенсе урында — «Юлдаш» радиоһы. Ә өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы менән Матбуғат йорто журналистары бүлеште. Матбуғат йорто командаһынан Артур Батыршин, «Юлдаш» радиоһынан Альберт Рамаҙанов, «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалынан Ирек Абдуллин, БЮТ каналынан Рөстәм Ғәйнәнов иң яҡшы уйынсы тип табылды. Ошо минуттарҙа Өфөнөң «Динамо» стадионында Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир тамамланды.
Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мотаһар улы Мортазин йәштән спорт менән дуҫ була. Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында эшләү дәүерендә волейбол, футбол ярыштарында сығыш яһап, күп тапҡыр еңеү яулай. Шуға күрә уның иҫтәлегенә журналистар араһында волейбол турнирҙарының ойошторолоуы оло әһәмиәткә эйә. Уның төп маҡсаты — баҫма матбуғат, телевидение-радио тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау.

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов