18.09.2024
Бөгөнгө матбуғатты социаль селтәрһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бигерәк тә ҡулланыусылар араһында "Бәйләнештә" платформаһы популяр. "Бөтә Рәсәй" форумында спикер - аналитика һәм үҫеш йүнәлеше етәксеһе Николай Афиногенов журналистарға тап ошо йүнәлештә эшләү серҙәрен һөйләп үтте.
Баҫманың социаль селтәрҙәге төркөмөн үҫтереү журналистарҙан ижади һәм оригинал ҡараш талап итә, яңылыҡтарҙы ла ваҡытында эләктереп алыу кәрәк. Әммә былар ғына етмәй - популярлыҡ яулауға, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуға бик күп факторҙар йоғонто яһай. Төркөмдөң биҙәлешен, яҙмаларҙың интервалын, актуаль яңылыҡтарҙы оноторға ярамай. Шулай уҡ даими рәүештә төркөм эшмәкәрлегенә анализ яһап, яҙылыусыларҙың әүҙем мәлен, ҡыҙыҡһынған темаларын асыҡлап торорға кәрәк. Ә бына яңы эш алымдарын, рубрикаларҙы самалап биреү зарур.
Спикер заман мөмкинлеге - нейроселтәрҙе эштә дөрөҫ ҡулланыу алымдарын да һөйләп үтте. Әйткәндәй, уның ярҙамында төркөмгә дөйөм анализ да яһарға була.
Был йүнәлештә эшләү журналистар өсөн ҡыҙыҡлы һәм улар яңы эш алымдарын бик теләп өйрәнә. Уҡыу залында алма төшөр ҙә урын булмауы быны дәлилләне лә инде.
Гөлнур Ҡыуатова