Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ

25.04.2022

2022 йылдың 23 апрелендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ.
Йыл һайын был акция төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре булған замандаштарҙы берләштерә.
Ғалимдар, журналистар, яҙыусылар һәм шағирҙар менән бергә студенттарҙың да, мәктәп уҡыусыларының да парта артына ултырып туған телебеҙҙә диктант яҙыуҙары киләсәккә оло ышаныс тыуҙыра.
"Башҡортостан уҡытыусыһы"


Возврат к списку