БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА КИТАП ҠОМАРТҠЫЛАРЫ КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА КИТАП ҠОМАРТҠЫЛАРЫ КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

24.05.2023

Күргәҙмә дини, фәнни, белем биреү һәм XVIII быуаттан алып бөгөнгө көндәргә тиклемге дәүерҙе үҙ эсенә алған нәфис китаптарҙан торған бер-нисә бүлектән тора. Китап йылъяҙмалары илебеҙ тарихын һәм айырым кешеләрҙең яҙмышын сағылдыра.

Күргәҙмәлә мосолман һәм христиан дине рухи әҙәбиәтенең һирәк осраған үрнәктәре, тәрбиәүи характерҙағы үҙенсәлекле әҫәрҙәр, әҙәбиәт классиктары баҫмалары, энциклопедия, атлас, белешмә, тыуған яҡты өйрәнеүгә йүнәлтелгән һәм башҡа күп төрлө китаптар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ экспозицияла китап иллюстрацияһы темаһына ла ҙур урын бирелгән.

Гөлназ Маннапова әҙерләне.


Возврат к списку