Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә…

Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә…

23.05.2023

«Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы? Икенсе ярты йыллыҡта ла яратҡан баҫмағыҙҙан айырылырға теләмәйһегеҙҙер, моғайын.
Гәзиткә яҙылһағыҙ, бүләкле лә булырһығыҙ. Редакция үҙенең тоғро уҡыусылары араһында «Яҙыл да – бүләк от!» уйынын уйната. Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкүрештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редакцияға ебәрергә кәрәк.
«Йәшлек»кә 6 айға яҙылыу хаҡы – 1012 һум 86 тин.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла шәп бүләктәр әҙерләгән.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Возврат к списку