ИҒТИБАР, КОНКУРС!

ИҒТИБАР, КОНКУРС!

08.11.2021

ИҒТИБАР, КОНКУРС!


Әсә көнөнә бағышлап, “Аманат” журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “ӘСӘКӘЙЕМ-БЕРГЕНӘМ!” тип аталған...
Конкурс: “Әсәкәйем-бергенәм!

Дуҫтар! Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә, йәғни, 28 ҡырпағайҙа (ноябрҙә) иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнөн билдәләйәсәкбеҙ.

Әсә көнөнә бағышлап, “Аманат” журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “ӘСӘКӘЙЕМ-БЕРГЕНӘМ!” тип аталған шиғыр, әкиәт, эссе, хикәйәләр КОНКУРСы иғлан итә.

Конкурс шарттары буйынса, ижадығыҙҙы #конкурс_әсәкәйембергенәм хештегы аҫтында“Бәйләнештә” сайтындағы үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ.

26 ноябрь конкурсҡа йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Еңеүселәр “Аманат” журналының иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк.
“Аманат”ты уҡыусы балалар! Ҡәҙерлеләрегеҙ һеҙҙең уҡыуҙағы, тормоштағы уңыштарығыҙҙы, изге эштәрегеҙҙе күреп, йылы һүҙҙәрегеҙҙе ишетеп, һәр ваҡыт тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәһен.
Балалар! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, ғәзиз әсәйҙәребеҙҙе, өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ҡыуандырып алайыҡ!
Әйткәндәй, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле балалар! Яратҡан “Аманат”ҡа яҙылмай ҡалмағыҙ. “Аманат”лы булайыҡ!

"Аманат" журналы


Возврат к списку