
Ҡайһы саҡта һәм ҡасан беҙ борон-борон замандарҙы иҫкә төшөрөргә яратабыҙ? Нисек кенә ғәжәп булмаһын, бала саҡта , әлбиттә. Был тылсымлы һүҙҙәрҙе ишетеү менән ҡолаҡтар ҡарп итеп ҡала торғайны. Эйе, бала саҡтың ҡыуаныслы мәлдәре әкиәт тыңлаған сәғәттәргә тура килә. Ә бына Яңы йыл етер алдынан тотош донъя әкиәт эсендә йәшәгәндәй. Республикабыҙҙа ла төрлө саралар үтеп тора. “Борон-борон заманда…” тип аталған проект уңышлы эшләй. Ғөмүмән, үҙҙәренең ижадын балалар донъяһына арнаған ижадсыларыбыҙ ҙа байтаҡ."Ашҡаҙар" радиоһының "Беҙҙең донъя" тапшырыуында балалар яҙыусылары Гөлнара Мостафина һәм Миңлегөл Тайсина беҙҙең студияла.
Тулырыҡ мәғлүмәт