Хеҙмәттәшебеҙ, "Ашҡаҙар" гәзите хәбәрсеһе, оҙаҡ йылдар баҫманың баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән Роза Миңләхмәт ҡыҙы Сафина республиканың дәүләт наградаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Награданы журналистар форумы - 3-сө "Медиайыйын"да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.