Талантлы журналист, шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуып үҫкән аҫыл егетебеҙ Сибәғәт Рахманғолов тыуған көнөн билдәләй.
Ҡәләмдәшебеҙҙе, дуҫыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, тормош юлының һәр саҡ уңып тороуын, ижад ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ.
Сибәғәт Рахманғолов БДУ-ны тамамлағандан һуң “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне, артабан Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһында башҡорт телендә "Юшатыр" гәзитен асып, уның беренсе баш мөхәррире булды, “Көнгәк” Мәғлүмәт үҙәгенең директор - баш мөхәррир вазифаһын башҡарҙы, 2012 йылдан Салауат ҡалаһы Мәғлүмәт үҙәгенең “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто филиалы директоры-баш мөхәррире булды. Ишембай ҡалаһының муниципаль телевидениеһы директоры булып, уны республикала билдәле бер телевидениеһына тиклем күтәрҙе.
"Ағиҙел" журналы