"Аманат" үҫмерҙәр журналы amanat.su сайтында яҙылыусылары өсөн "Башҡортостан - гүзәл илем" тип исемләнгән конкурс иғлан иткән.
Конкурс шарттарына ярашлы, журнал уҡыусыларын тыуып үҫкән Башҡортостаныбыҙҙың ял һәм сәйәхәт итеү өсөн иҫтәлекле урындарында сәйәхәт иткәндә, матурлыҡтан илһам алып, тәъҫораттары менән бүлешергә саҡыра. Сағыу фотолар менән байытылған яҙмаларҙы #конкурс_сәйәхәтаманат хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә урынлаштырыу һорала.
Был сәйәхәт тураһында яҙмалар республикабыҙҙың биләмәләрендә төшөрөлгән булыуы шарт.
Конкурсҡа йомғаҡ сентябрь айында яһаласаҡ. Еңеүселәр (I, II, III урындар) “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнәсәк.
Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, ғәзиз еребеҙҙе өйрәнәйек, тыуған илебеҙ Башҡортостан буйлап сәйәхәттәр ҡылайыҡ!
"Аманат" журналы.
