КОНКУРСТА ҠАТНАШЫҒЫҘ, ТАЛАНТТАР!

КОНКУРСТА ҠАТНАШЫҒЫҘ, ТАЛАНТТАР!

09.01.2022

КОНКУРСТА ҠАТНАШЫҒЫҘ, ТАЛАНТТАР



Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, прозаик һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов исемендәге "Тәбиғәт ҡосағында" — шиғырҙар һәм " Урманда үткән бер көнөм" кескәй хикәйәләр конкурсы иғлан ителде. Конкурс 7 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Конкурс эштәрен һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте samatova.1973@inbox.ru адресын буйынса ебәрергә мөмкин.
"Ағиҙел" журналы


Возврат к списку