Мәүлит Ямалетдиновтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы видеоконкурс иғлан ителде

Мәүлит Ямалетдиновтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы видеоконкурс иғлан ителде

06.11.2021

Мәүлит Ямалетдиновтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы видеоконкурс иғлан ителде


Конкурс “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы тарафынан ойошторола.
Мәүлит Ямалетдиновтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы видеоконкурс иғлан ителде
"Күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе, музыкант, йыраусы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Рәмзилә Хисаметдинова һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһына нигеҙ һалыусы, уның эшмәкәрлеген көйләүсе, “Өлкәр” һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондын ойошторған, башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән, күп яҡлы талант эйәһе, оло йөрәкле, иманлы ҡәләмдәшебеҙ, рухташыбыҙ, остазыбыҙ Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың тыуыуына 2022 йылдың 5 февралендә 75 йыл була. Ошо айҡанлы шиғыр уҡыусылар араһында видеоконкурс иғлан итәбеҙ. Ул 2021 йылдың 1 ноябренән алып 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем уҙғарыла", - тип яҙылған "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһының "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Конкурстың маҡсаты - билдәле шәхес Мәүлит Ямалетдиновтың шиғриәтен пропагандалау, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм әҙәби мираҫын танытыу, уҡыусыларҙа милли рух, туған телгә һөйөү, ихтирам, тоғролоҡ тәрбиәләү, нәфис һүҙгә ылыҡтырыу, кешелекле, кеселекле оло ижадсыбыҙҙы иҫкә алыу, тиелә унда.

Конкурстың шарттары: бәйгелә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Йәш сикләүе юҡ.
Конкурсҡа Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм видеояҙманы ●ҠУҢЫР БУҒА● әҙәби ойошмаһына ебәрергә, йәки #Ҡуңыр_буға хештегы менән үҙ сәхифәгеҙгә ҡуйырға.
Еңеүселәр “лайк”тар буйынса билдәләнә.
Бәйгегә йомғаҡ 2022 йылдың 1 февралендә яһала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн тағы бер мотлаҡ шарт - бәйгесе яҙманы үҙ сәхифәһенә күсереп алырға һәм ●ҠУҢЫР БУҒА● әҙәби ойошмаһы төркөмөнә мотлаҡ яҙылырға тейеш.

Тәүге 5 (биш) урынды яулаусы “Шәғәле Шаҡман юлы” китабы һәм диплом менән бүләкләнә.

"Ватандаш" журналы


Возврат к списку