Матбуғатҡа яҙылып бүләк от!
Матбуғатҡа яҙылыусыларҙың Бөтә Рәсәй декадаһы старт алды. 14 апрелгә тиклем республика, район һәм ҡала гәзит- журналдарына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин.
Яратҡан баҫмаларға яҙылыу традицион рәүештә, почта бүлексәләре аша ла, онлайн- яҙылыу аша ла була. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына яҙылыуҙы өйҙән сыҡмайынса ғына башҡарырға тәҡдим итә.
Онлайн- яҙылыуҙың сервисы rbsmi.ru. Ул “Яҙылыу” бүлегендә тора https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/.
Бынан тыш яҙылыусылар приздар уйнатыуҙа ла ҡатнаша ала.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от !” тигән дөйөм республика конкурсы уҙғара. Унда ҡатнашыу өсөн ике баҫмаға – республика һәм район гәзит- журналдарына яҙылыу мотлаҡ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/. Һеҙҙе ҡыйбатлы бүләктәр көтә.
Приздар уйнатыу 2022 йылдың ғинуар айына билдәләнгән. Ул Башҡортостан Юлдаш телеканалында барасаҡ.
Приз уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн түбәндәге шарттар:
Яҙылыусы адресы, белешмә телефондарын билдәләп заявка һәм квитанцияһын ебәрергә тейеш.
Уны 2022 йылдың 15 июленә тиклем, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50- йыллығы урамы, 13, ДУП РБ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Яҙыл һәм бүләк от!” конкурсына тип яҙырға йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу өсөн матбуғатҡа яҙылыу 6 айға йәки бер йылға булырға тейеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова