
“АШҠАҘАР” радиоһында “Башҡортостан” газетаһының баш мөхәррире, Башҡортостан журналистар Союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаков дөйөм матбуғат донъяһы хаҡында ҡоролған “Матбуғат” тапшырыуының ҡунағы булды.
Тура эфирҙа барған әңгәмәлә матбуғат өлкәһендәге гранттар, уларҙы ниндәй маҡсатта ҡулланыу. Ғафури районында үткән журналистарҙың медиайыйыныны, унда күтәрелгән мәсьәләләр нисек хәл ителеүе. Шулай уҡ 100 йәшлек *Башҡортостан* гәзите тотош республиканың йылъяҙмаһын туплаусы төп баҫма булараҡ, яҙылыусыларҙы нисек йәлеп итеү хаҡында әңгәмә бик ҡыҙыу барҙы.
*Башҡортостан* гәзите эшмәкәрлегендә ниндәй яңылыҡтар, яҙылыуҙы ойоштороуҙа ниндәй яңы алымдар, тәҡдимдәр, газетарҙың электрон версиялары тураһында “Ашҡаҙар” радиоһының сайтында түбәндәге һылтанма аша таңларға була.
https://bash.news/ashkadar?lang=bash