Милли матбуғат менән танышыу "Аҡбуҙат" тан башлана

Милли матбуғат менән танышыу "Аҡбуҙат" тан башлана

31.05.2022

ШӘХЕСТӘР "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНА ЯҘЫЛЫРҒА САҠЫРА!!!
- Милли матбуғат менән танышыу "Аҡбуҙат" тан башлана. Был журналды уҡып үҫкән балаға артабан "Аманат" журналына, "Йәшлек" гәзитенә юл асыла, зауыҡ һалына, мәғлүмәт, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу ҡомары уяна. "Аҡбуҙат" - кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс баҫма ул, биҙәлеше һоҡланғыс, йөкмәткеһе балалар өсөн ылыҡтырғыс, унда туған телебеҙ асҡыстары бар. Быны мин яҙыусы, өләсәй
һәм заманында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы дипломы алған кеше булараҡ әйтәм. Балалы йорт "Аҡбуҙат"лы булырға тейеш!
Гөлнур ЯҠУПОВА, яҙыусы


Возврат к списку