Ололарға ярҙам ит!

Ололарға ярҙам ит!

25.07.2023

“Һаҡмар” гәзите “Атайсал” проектына һәм Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына ярашлы үҙ проекттарын дауам итә.
????Был юлы бар мәрхәмәтле кешеләрҙе беҙҙең “Ололарға ярҙам ит!” акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.
????Унда ҡатнашыу өсөн артыҡ аҡса кәрәкмәй, бары йөрәгегеҙҙәге мәрхәмәтлек тойғоларын эшкә ҡушығыҙ.
☕ Түбә, Аҡморон ауылдарында урынлашҡан ҡарттар йорттарындағы өлкәндәрҙең хәлен белешеү, уларға сәй эсергә тәмлекәстәр алып барыу, уларҙың ихтыяжынан сығып ярҙам итергә була.
????Мәҫәлән, төрлө китаптар, шахмат, шашка кеүек өҫтәл уйындары алып барырға мөмкин.???? Гәзит-журналдарға подписка бүләк итәйек.
????Әйҙәгеҙ, яңғыҙ йәшәгән өлкәндәргә лә иғтибарлы булайыҡ, уларҙың янына инеп сығайыҡ, хәлдәрен белешеп, кәрәкле ярҙам күрһәтәйек.???? Әгәр магазинда һәр тинен һанап торған оло кешене күрһәгеҙ, уны урап үтмәгеҙ, уға кәнфит, йә тәмле печенье өҫтәп ебәрегеҙ. Кешеләргә, бигерәк тә өлкәндәргә ярҙам итеү күңелегеҙҙе үҫтереп кенә ебәрер, ололарҙың рәхмәтле йылмайыуы һеҙҙе лә яҡтылыҡҡа сорнар.????
Башҡарған эштәрегеҙ тураһында мотлаҡ беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Уларҙы гәзит биттәрендә һәм беҙҙең төркөмдә башҡалар ҙа уҡып, акциябыҙға ҡушылыр һәм изгелек ҡулы бар өлкәндәрҙе үҙ ҡосағына алыр.


Возврат к списку