10 август — күренекле шағир, журналист, "Йәншишмә" гәзитенең элекке баш мөхәррире Рәмил ЙӘНБӘКтең тыуыуына 70 йыл (1952 — 2017)
Күгәрсенем – ғәзиз ерем
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята тыуған ергенәм.
Күгәрсенем – изге илем минең,
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм.
Ил батыры Шәһит тыуған һиндә,
Күгәрсенем – изге илгенәм.
Яҙмыш еле ҡайҙа илткәндә лә,
Мин бит гелән һиңә елкенәм.
Ил инәһе Зәйнәб апай бында
Рухҡайына ҡеүәт туплаған.
Бәрәкәтле ерем, гүзәл халҡым, –
Ғүмер буйы һеҙгә һоҡланам.
Ил ағаһы Мортазаның иле –
Күгәрсенем – ғәзиз еркәйем.
Мәңгелек бер Мәккә итеп һине
Йөрәк түркәйемә теркәйем.
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята тыуған ергенәм.
Күгәрсенем – изге илем минең,
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм.
Рәмил ЙӘНБӘК.
Фото: bashinform.ru
https://yanshishma.com/news/k-renekle-sh-khest-r/2022-08-10/10-avgust-k-renekle-sha-ir-zhurnalist-y-...