Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

31.07.2022

   Хәтер ипкендәрен барлағанда
    Дан эштәре менән билдәле ил ағаһы, инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған оло шәхес, партия һәм дәүләт эшмәкәре, дуҫым Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов хаҡында һүҙ әйтеү минең өсөн еңел булмай сыҡты.
Беренсенән, ул үҙенең «Хәтер ипкендәре»ндә («Ағиҙел» журналы, 2021 йылдың 9–12-се һәм 2022 йылдың 1–5-се һандары) бар ғүмерен ентекле, мауыҡтырғыс итеп бәйән итә, хеҙмәт юлының сетерекле мәлдәрен урамай, уға хас тура һүҙлелектән тайпылмай асып бирә. Был китап – Тәлғәт дуҫымдың тынғыһыҙ уйланыуҙары һөҙөмтәһе. Яҙмышындағы киҫкен боролоштарҙа күргән-кисергәндәре, янып-көйөүҙәре менән тартынмай, иркен уртаҡлаша автор. Тормошоноң тик һынауҙарҙан, көйөнөстәрҙән генә тормағанын күрһәткән хәл-ваҡиғаларҙы ла ихлас һүрәтләй. Шуға ла дауамлы хәтирәләр мауыҡтырғыс та, фәһемле лә. Күләмле «Хәтер ипкендәре»н ижад итеп, Тәлғәт Ниғмәтулла улы тормоштағы әүҙемлеге, егәрлелеге, тәүәккәллеге һигеҙ тиҫтәне ослағанда ла кәмемәгәнлеген күрһәтте.
   Икенсе сәбәбе – быға тиклем дә дуҫым хаҡында матбуғатта һүҙ әйткәнем булғайны. Яҙмама ҡарата тәнҡит һүҙе ишетелмәне. Таныштар ҙа, геройымдың яҡындары ла, үҙе лә хуп күрҙеләр, шикелле. Тимәк, яҙғандарым ғәҙел, хаҡ булғандыр. Туғыҙ ай буйы Сәғитов «ипкендәре» менән йәшәгәс, әле үҙемә бер асыш яһағандай булдым: бөтөнләй таныш булмаған авторҙың хәтер яҙмалары әллә ни ылыҡтырмай, ситтән күҙәткән күренеш һымаҡ ҡабул ителә. Ә инде яҡын күргән кешеңдең яҙмыш сәхифәләре бирелеп уҡыла, тулҡынландыра. Теләйһеңме-юҡмы, уның ипкендәрен үҙ тормошоңдағы ваҡиғалар менән сағыштыраһың, иҫтәлектәргә биреләһең.
Тулыраҡ https://vatandash.ru/articles/sovremennik/2022-07-31/r-rg-y-g-n-ya-mysh-2887716


Возврат к списку