Рәсәй журналистикаһы легендаһы — беҙҙең арала!

Рәсәй журналистикаһы легендаһы — беҙҙең арала!

Рәсәй журналистикаһы легендаһы — беҙҙең арала! 04.04.2026

Рәсәй Журналистар союзының Мәскәүҙә үткән 30-сы юбилей тантанаһында яҡташыбыҙ, күренекле сатирик-яҙыусы, журналистика ветераны Марсель Шәйнур улы Сәлимовҡа илдең иң юғары һөнәри наградаһы — «Рәсәй журналистикаһы легендаһы» почётлы исеме бирелде.

Марсель Сәлимов — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тиҫтәләгән халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй премиялары лауреаты, легендар «Һәнәк» журналының оҙаҡ йылдар дауамында баш мөхәррире булып эшләгән шәхес. Ул үҙенең үткер ҡәләме, принципиаль позицияһы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән Ватан журналистикаһы тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ хеҙмәт һалды.

"Һәнәк" журналы сайтынан


Возврат к списку