ТАМЫР каналының "УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ" сериалының исем-туйы үтте

ТАМЫР каналының "УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ" сериалының исем-туйы үтте

08.02.2023

Бала уйынсыҡ түгел, тигән идея күтәрелә сюжетта. Тормошта йыш ҡына өлкәндәр бала күңеленә, донъяға ҡарашына, фекеренә иғтибар итмәй. Сериалда төрлө ғаиләлә үҫкән, төрлө холоҡло үҫмер балалар етди ҡаршылыҡтарға осрай. Оло эштәрҙе йырып сығыр өсөн өлкәндәрҙең таяныс булыуы кәрәк икәнен аңлайҙар.
"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйына бик күп күренекле шәхестәр ҙә сыҡырылғайны. Шул иҫәптән "Аҡбуҙат", "Аманат", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарының баш мөхәррирҙәренең дә кисәгә килеп, балалар өсөн үҙҙәренең аҡыллы фекерҙәре менән уртаҡлашып, матур теләктәрен еткереүҙәре үҫеп килгән йәш быуын өсөн бик һөйөндөргөс булғандыр, тип ышанабыҙ.


Возврат к списку