Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

03.06.2022

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бөгөнгә тиклем «Осҡон» гәзитенә абонемент тултырып өлгөрмәгәндәрҙе почтальондарға мөрәжәғәт итеп, почта бүлексәләренә барып, редакцияға килеп, абонемент тултырырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ онлайн да яҙылырға була. Онлайн-яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru сайтында ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ «Подписка» бүлегендә үҙең теләгән гәзит-журналдың баҫма йәки электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк.
Өҫтәүенә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 6 июндән 16-на тиклем Бөтә Рәсәй Матбуғатҡа яҙылыуҙың ташламалы осоро иғлан ителә. Әгәр һаман да гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, ошо арауыҡта ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлегенән файҙаланып ҡалығыҙ.
Гәзиткә яҙылып, редакция үткәргән «Аҙна һайын бүләк» уйынында ҡатнашып, бүләкле булыу мөмкинлеген дә онотмағыҙ. Уйында ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылыу квитанцияһының күсермәһен редакция адресына хат аша йәки «Осҡон»доң «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
Ошоноң менән бер рәттән «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто уҙғарған «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр оторға була икәнлеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Был уйында ҡатнашыу өсөн июль-декабрь айҙарына «Осҡон»ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен «Подпишись и выиграй» тигән яҙма менән Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса ебәрергә йәки электрон почтаға (podpiska@rbsmi.ru) һалырға кәрәк. Үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон номерығыҙҙы ла яҙып ебәрергә онотмағыҙ.
Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылғандар араһында ноут-бук, телевизор, мотоблок, туңдырғыс, велосипед уйнатыласаҡ. Уйында квитанция күсермәләрен 15 июнгә тиклем ебәргәндәр генә ҡатнаша алыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Еңеүселәр Башҡортостан телевидениеһы «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында билдәләнәсәк.
«Аҙна һайын бүләк!» уйынының был аҙналағы еңеүселәрен — Асҡарҙан А. А. Йәғәфәрованы аяҡ массажеры, Буранғолдан Фәриҙә Килдейәрованы гриль ҡурыу өсөн ҡулайлама отоуҙары менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Рамиля Истанбаева


Возврат к списку