Уҡытыусы, шағирә, журналист...

Уҡытыусы, шағирә, журналист...

14.04.2022

Уҡытыусы, шағирә, журналист...


РФ һәм БР-ның Журналистар берлеге ағзаһы, БР-ның Мәғариф алдынғыһы, Туймазы ҡалаһында йәшәгән Гөлмирә БИКБУЛАТОВА тыуған көнө билдәләй. Үҙен ысын уҡытыусы, оҫта журналист, хисле шағирә итеп танытҡан Гөлмирә Йәмил ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.
 "Шоңҡар"ҙар.

Ҡырҡ сыраҡтың береһелер
Сабырлығы ҡатын-ҡыҙҙың.
Яңғыҙ ҡалһа, ҡалыр мәңге,
Усаҡ яғыр табып ҡуҙын.
Өҙөлөргә торған ҡылы
Күңеленең сыңлап китер.
Тишектәрҙе ямағанда
Юҡтан барҙы тулы итер.
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы күп,
Һындырмаҫтар һынағанда.
“Ыһ” та тимәҫ бөгөлгәндә,
Керпек ҡаҡмаҫ тын алғанда.
Ҡырҡ сырҡтың береһелер
Ғорурғы ҡатын-ҡыҙҙың.
Сыраҡтарым яна әле,
Һүндермәйем ғүмер ҡуҙын.

Гөлмирә Бикбулатова


Возврат к списку