Өфө ҡаһының Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында 1 сентябрь - Белем көнө уңайынан байрам үтте.
Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтарын күтәреү менән башланып киткән тантанала уҡыусылар йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне.
Иң тулҡынландырғыс мәл - ул 1-се класҡа аяҡ баҫҡан бәләкәстәрҙең сығышы булды. Афарин уларға - быйыл мәктәпкә 92 бала тәү тапҡыр аяҡ баҫты.
Мәктәп уҡыусыларын байрам менән директор Шәмсулла Хәбибрахманов ҡотлап, уңыштар теләне!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина тапшырҙы. Ул: " Белем алыу өсөн илебеҙҙә шарттар тыуҙырылған. Киләсәктә милли рухтағы мәктәбегеҙҙең даны булығыҙ!"- тине.
Лариса Хашим ҡыҙы 1-се кластарҙың һәр уҡыусыһына "Аҡбуҙат" журналын бүләк итте. Әйткәндәй, Өфө мәктәптәре араһында журналды иң күп алдырыусылар ҙа - ошо мәктәптән. Уңыштар һеҙгә, бар фәндәрҙән алдынғылыҡты һаҡлаған мәктәп уҡыусылары!!!
https://vk.com/journal_akbuzat?w=wall-196702306_35019