«Улар – беҙҙең киләсәк!»

«Улар – беҙҙең киләсәк!»

«Улар – беҙҙең киләсәк!» 10.11.2023

Булат Солтангәрәев... Эх, йәшәргә лә йәшәргә ине. Тик һәр яҡлап һәләтле егеттең ғүмере бик иртә өҙөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, ул тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрҙө: уҡыуҙа, спортта ла маһирлыҡ күрһәтте, олимпиада, конкурс, ғилми-ғәмәли конференция, турнирҙарҙа алдынғылыҡты бирмәне, йәмәғәт эшендә лә бик әүҙем булды.
Бөгөн уның юлын дауам итерҙәй өлгөлө, һәләтле уҡыусылар араһында йыл һайын Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы ойошторолоп, яңы исемдәр асырға ярҙам итә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән йәштәр баҫмаларының 100 йыллыҡ байрамында уның еңеүселәре саҡырылып, бүләкләнеүе лә юҡҡа түгел ине. «Улар – беҙҙең киләсәк, беҙ уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ», – тип һоҡланыуыбыҙҙы, ғорурланыуыбыҙҙы йәшермәнек. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ????????????.
#ЮлайКәримовфотолары
"Йәшлек" гәзите


Возврат к списку