"Ватандаш" журналының һуңғы һанын алып, ләззәтләнеп күңел байрамы кисереп ултырам! Бигерәк тә ылыҡтырғыс, бай булып сыҡҡан йылды тамамлаған һан! "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө уҡыусылары өсөн бигерәк тә "Трудное счастье Венеры Денискиной", "Мир делают лучше неравнодушные" тигән очерктары ҡыҙыҡлы булыр - уларҙы бер тынала, айырыла алмай уҡып сығылды! Ниндәй һоҡланғыс ҡыҙҙары бар халҡыбыҙҙың!
Бәләкәйҙән сәләмәтлеге арҡаһында ҡатмарлы шарттарҙы үҫеп, ил күләмендә фәндә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән тифлопедагог Венера Денискина ла, Чехияла йәшәп, "ҡара генерал" Даян Мурзин тураһында ҡиммәтле факттарҙы ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй бөртөкләп йыйған журналист Миләүшә Годбодь-Килмәхәмәтова ла үҙҙәре бер хазина шәхестәр! Авторҙарға уҡымлы яҙмалары өсөн ҙур рәхмәт!
Афарин, "Ватандаш"тар!!!
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән
https://vk.com/vatandash_journal