Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”

Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”

02.08.2022

Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”
Китапҡа һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән. Бығаса донъя күргән “Өй эйәһе” тигән китабына ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов: «Ыҡсым күләмле йүгерек хикәйәләр бер тында уҡыла. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта. Йыйынтыҡты тотошлай уҡып сыҡҡас, үҙеңә эстән генә былай тип әйтеп ҡуяһың: таныш тормош, таныш кешеләр”, – тип баһа биргәйне. Яҙыусының сираттағы китабы ла әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, моғайын.

Гульдар Кинзябаева


Возврат к списку