С.Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге ижадсыларын бөгөн Шығай ауылына туплаған бәйге шулай тип аталды. "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар, егеттәр, өләсәйҙәр һ.б.! " уҙғарылғаны бар, ә ижадсыларҙы әйҙәгәне әлегә тәүгеһе!
Тәүгегә үткәрелһә лә, бик үҙенсәлекле, дәртле, ойошҡан һәм сифатлы үтте ул. Ике төркөм- "Күбәләктәр" һәм "Ҡатайҙар" үҙҙәре менән таныштырып, "Кино төшөрөү", "Сәхнәләштереү ", "Шиғырҙы дауам ит", "Беҙ -Шығайҙа" инша яҙыу, Китап уҡыу, "Крокодил", "Йомробаш", "Талант" конкурстарында сәмләнеп, ҡомарланып ярыштылар. Һәр ижадсы үҙенең йәшерен һәләтен асып һалды.
Бөтә донъя яҙыусылар көнөнә, С.Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, " Ағиҙел"гә -100 йәш, халыҡ -ара ҡатын -ҡыҙҙар байрамы уңайынан ойошторолған сара барыһына ла оҡшаны.
Шығай ауылы һәүәҫкәрҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, музыка ҡоралдарында уйнауы- барыһы ла бәйгене биҙәне.
"Йәгеҙ әле, шағирҙар!" бәйгеһенән дәртләнеп, рухланып, илһамланып, эшебеҙҙе дауам иттек: алдағы пландарҙы барланыҡ, эшләнгәндәрҙе йомғаҡланыҡ.
Ижадташтарымдың әлегә асылмаған, күренмәгән сифаттарын, һәләттәрен асып, уларҙың тағы ла камиллашыуына этәргес бирҙек, дәртләндерҙек бөгөн. Гәүһәр күп ҡырлы булғанда уның балҡышы ла сағыуыраҡ, матурыраҡ бит.
https://vk.com/agidel_rb?z=photo146882374_457246019%2Fwall-160399505_37344

