"ЙӘНШИШМӘ" гәзитенең 2023 йыл лауреаттары билдәле булды

"ЙӘНШИШМӘ" гәзитенең 2023 йыл лауреаттары билдәле булды

"ЙӘНШИШМӘ" гәзитенең 2023 йыл лауреаттары билдәле булды 09.01.2024

"ЙӘНШИШМӘ" гәзитенең
2023 йыл лауреаттары билдәле булды.
Улар...
✅Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре – гәзитебеҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн;
✅Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА, гәзитебеҙҙең ветераны, танылған шағирә, билдәле журналист – махсус хәрби операция яугирҙарына арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡаны, билдәле шәхестәр тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
✅Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһына уҡытыусы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеп, ҙур изге эш башҡарған өсөн;
✅Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВА, «Башбланкиздат» йәмғиәте директоры – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы ярыштарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн;
✅Факил Сәлих улы МЫРҘАҠАЕВ – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, баҫмабыҙҙа сыҡҡан тәржемә әҫәрҙәре, «Йәншишмә»беҙгә ярҙам күрһәткәне өсөн;
✅Айһылыу Рәжәп ҡыҙы ҒАРИФУЛЛИНА, Бөрйән районының «Таң» гәзите журналисы, танылған шағирә – редакция менән хеҙмәттәшлек иткәне һәм гәзитебеҙҙе таратыуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн;
✅Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҺАТЛЫҠОВА, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы – гәзитебеҙҙе таратыуҙа ярҙамы өсөн;
✅Юлдаш Хәйҙәр улы ӘХТӘМОВ, гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе – баҫмабыҙҙың «Мәктәптәр. Ҙур үҙгәрештәр» проектын әҙерләгән өсөн.

✍"Йәншишмә" гәзите


Возврат к списку