Йөҙ йыл үткәс...

Йөҙ йыл үткәс...

09.03.2023

"...Бына ҙур булмаған эш кабинете. Унда ике өҫтәл, унлап ултырғыс. Бүлмәлә урта йәштәрҙәге ете-һигеҙ кеше ултыра. Кабинет, күрәһең, бик йылы түгел. Шуға күрә бөтәһе лә ҡышҡы кейемдән. Бында Төхфәт Йәнәби (редактор), Сәйфи Ҡудаш (секретарь), Булат Ишемғолов, Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Ғ.Ғөзәй һәм Х.Наум иптәштәр ултыра. Улар төрлөһө төрлө ойошмала яуаплы эш башҡара: Булат Ишемғолов — Өлкә Комитетында, Афзал Таһиров — партия контроле Наркоматында, Ғөбәй Дәүләтшин — Башгиздең баш редакторы, Дауыт Юлтый — Ғилми Этнографик Йәмғиәттә..."
Был яҙманың авторы яҙыусы Сәләх Кулибай. "Ағиҙел"дең, сыға башлаған ваҡыттағы "Яңы юл"дың, "Сәсән"дең, "Үктәбер"ҙең һандары тап шундай шарттарҙа әҙерләнгән. Ул саҡтарҙа журнал редколлегияһына республикабыҙ етәкселегенең төрлө органдарында эшләгән яуаплы кешеләр инеп, редакция штаты ике, уҙа барһа, өс-дүрт кешенән генә торған.
Ә бына ошо ваҡиғаларға, журнал сыға башлауға теүәл 100 йыл үткәс, 2023 йылдың 1 мартында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала сара үтте. Сараны "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Кисәне шағирә Йомабикә Илъясова менән педагог Рәйсә Күзбәкова алып барҙы. Унда журналдың баш редакторы Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, республикабыҙҙың күренекле шәхестәре, аҡһаҡалдарыбыҙ Тәлғәт Сәғитов, Миҙхәт Мәмбәтов, Юлай Ғәйнетдинов, фән докторҙары Ғиниәт Ҡунафин, Фәнил Күзбәков, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, журнал хеҙмәткәрҙәре Луиза Кирәева, Гөлнара Хәлфетдинова, Әхмәр Үтәбай, милләтебеҙ фиҙаҡәрҙәре Фәнис һәм Альбина Исхаковтар, йырсы-ҡурайсы-бейеүсе Заһир Байыҡ, баш ҡала мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты.
Кисәнең нәҡ 1 мартта үтеүе лә оло символик мәғәнәгә эйә. Нимә генә тимә, быуатҡа торошло был арауыҡ милләтебеҙҙең дә шундай уҡ йәшәү мөҙҙәтенә тиң. Ошонан сығып яһалған тәүге фекер ҙә шулай яңғыраны: фәҡәт туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һөҙөмтәһендә "Ағиҙел"ебеҙ һаҡланып ҡала алды, улай ғына ла түгел, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа журналдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Нимә генә тимә, изге китапта әйтелгәнсә, "Иң тәүҙә һүҙ булған!"
"Ағиҙел"дең юбилей сараларына 1 мартта старт бирелде.
https://vk.com/public175756454

#Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә
#Иң_күп_китап_уҡыусы_ауыл #ФСГОРБ #ГрантыРБ


Возврат к списку