Яҙмышы ла, булмышы ла - матбуғатта

Сәхнә тормошонда шаршау артында ҡалған төп хеҙмәткәрҙәр кеүек үк, гәзит эшендә лә, исем-фамилияһы баҫмала һирәк кенә күренгән, әммә бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алып, хеҙмәтең кешеләрҙең күңеленә ятһын өсөн бар тырышлығын һалып эшләгән эшселәре булыуы менән бәхетле.
Ошо көндәрҙә Красноусолдың Достоевский урамында урынлашҡан иҫке ағас редакция бинаһында эш башлап, бөгөн иһә Ғафури мәғлүмәт үҙәгендә эшләүселәр араһында иң ҙур хеҙмәт стажына эйә булған “Табын” гәзитенең яуаплы секретары Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы Ғайсинаның үткәндәренә февраль бурандары кеүек өйөрөлөп, ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтып, тормош көндәлегенә ике “бишле” ҡуябыҙ.
Ул Имәнлек ауылында Сәғиҙә апай менән Сәйетгәрәй ағай Суфияновтарҙың ишле ғаиләһендә 7-се бала булып ты-уып үҫкән, үҙенән ике йәшкә кесе Азамат энекәшенә апай ҙа. Ата-әсәһе колхоз эшенән бушамағанлыҡтан, ул апай-ағайҙары ҡурсыуы аҫтында үҫә. Апалары – Миңниза һәр саҡ матур күлдәк-кейемдәр алып ҡайтып бүләк итеп, Әлфиә дәрес әҙерләшеп, Фәниә ашауын хәстәрләп, ағалары - Авзал мәктәпкә оҙатып, Хатмулла математика, химия кеүек теүәл фәндәрҙе аңлатып, Асҡар һыҙма эштәргә өйрәтеп, туғандарын иғтибар үҙәгендә тоталар. Ғаиләһендә ныҡлы рухи тәрбиә лә ала, өйгә килгән ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдарҙы, булған китаптарҙы энәһенән-ебенә тиклем уҡып бара. Әҙәби әҫәрҙәрҙе рус, татар телендә лә уҡырға ярата. Тырыш, уңған, алсаҡ ғаиләлә эскерһеҙ, бары яҡшылыҡты, матурлыҡты ғына күреп үҫә.
Зифа Йөҙимән урта мәктәбендә уҡығанда уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе була. Оҫта һүрәт төшөрөүе, матур яҙыуы өсөн класташтары 3-4-се кластарҙа уҡ уны стена гәзите өсөн яуаплы итеп һайлайҙар.
Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙын 1984 йылда иң етди, талапсан, олпат мөхәррирҙәрҙең береһе булған Сергей Спиридонов эшкә ҡабул итеп ала. Шуны ла әйтмәү мөмкин түгел, уларҙың тыуған көндәре бер көндә, абруйлы журналист Сергей Евдокимовичҡа быйыл 95 йәш тулған булыр ине.
Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәсле 17 йәшлек сибәр ҡыҙ дубляж булып сыҡҡан “Йондоҙ” гәзитендә корректор булып хеҙмәт юлын башлай. Уға Сергей Спиридонов, Николай Пискун, Тамара Пухова, Татьяна Кононова, Нияз Сәлимов, Әлфиә Килмөхәмәтова, Федор Кулагин, Заһира Ғәзизова, Маркиян Ильин кеүек матбуғатыбыҙҙың сағыу йондоҙҙары булған журналистарҙың эшләү алымдарын күреп, бергә хеҙмәт итеү бәхете тейә.
- Юлда осрағанда инәйемә гәзиттең әүҙем хәбәрсеһе Әхмәт Ҡаһарманов редакцияла корректор кәрәк булыуын әйтә. Уҡырға инеү хыялы был йылда килеп сыҡмағас, ошо эштә эшләп ҡарарға булдым. Өлкән тәржемәсе Флүрә апай Садиҡова аттестатымды ҡарап, хаттар бүлеге корректоры булып эшләгән Әсмә Мәжитова янына ултыртып ҡуйҙылар. Бында барыһы ла ҡыҙыҡ, ҡайнап торған редакция тормоштоң уртаһы кеүек күренде. Мөхәррир урынбаҫары Нияз Сәлимов уҡытыусым булараҡ, уның менән бер ерҙә эшләүемде ҙур ғорурлыҡ итеп ҡабул иттем. 1991 йылда Нияз Сәлимов үҙаллы башҡортса гәзит сығарыуға өлгәшеп, уның ныҡлы нигеҙен булдырҙы. Дубляжда телмәр һайыға, ә үҙ телеңдә сығыуы ҙур байлыҡ бит. “Табын”дың икенсе мөхәррире Әлфиә Ишморат ҡыҙының һәр саҡ йөкләмә биреп, хеҙмәткәрҙәрҙең һәләттәрен асыуын, яуаплылыҡ үҫтереүен һоҡланып иҫкә алам. Артабанғы мөхәррирҙәр - көслө журналистар Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова менән өс тиҫтә йылдан ашыу, Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин менән ике тиҫтә йылға яҡын ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә насип булды, бөгөнгө баш мөхәррир Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева менән дә районыбыҙ йылъяҙмаһын яҙыуға өлөш индерәбеҙ.
- Төплө белем биргән өсөн Йөҙимән мәктәбендә уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыларыма, айырыуса тәүге уҡытыусым Мәүлиҙә Дәүләтоваға, рус һәм башҡорт теле-әҙәбиәте уҡытыусылары Рәшит Кәримовҡа, Гөлсирә Дәүләтоваға (үкенескә, икеһе лә мәрхүмдәр) рәхмәтлемен, - ти Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы үткәндәрен хәтерләп.
1994 йылдан Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы “Табын” гәзитенең алыштырғыһыҙ яуаплы сәркәтибе. Был эштә нәшерләү-полиграфия ысулдарын да белергә, фантазияңды ла эшкә егергә, грамматик яҡтан үткер күҙле булырға кәрәк. Редакциялағы бар эште лә белеүе, кәрәк икән мөхәррирҙе лә, гәзитте компьютерҙа версткалаусы инженерҙы ла алмаштыра алыуы ла эштә ҙур ярҙам. Оҫта тәржемәсе булараҡ был эште ҙур кинәнес менән башҡара. Редакцияға килеүселәр менән дә ихлас һөйләшеп, урынлы кәңәштәрен биреп, бер кемде лә иғтибарынан ҡалдырмаҫ изге күңелле кеше ул.
Ғаиләһенән дә уңған Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы. Тормош иптәше Ташбүкән ауылы егете Әнис Ғайсин менән матур ғаилә булдырып, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер инде улар уҡып, һөнәр алып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, атай-әсәй булғандар. Әнис Сәғит улы ла яуаплы эштә – район эске эштәр бүлегендә участка милиционеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Денис улдары менән Алина килендәре Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр, Тамерлан исемле ул үҫтерәләр. Шәүрә ҡыҙҙары менән Вәкил кейәүҙәре Өфө ҡалаһында төпләнгәндәр. Улар Камил исемле ул һәм Хаят исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй-өләсәй булыуы өҫтәүенә егәрле хужабикә лә. Ҡәйнәһе Фатима әбейҙе лә үҙҙәренә күсереп алып, матур итеп ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлына оҙаттылар. Бөгөн Красноусолда йәшәүсе инәһен дә иғтибарҙан ташламайҙар, һүҙгә бай Сәғиҙә әбейҙән телмәр байлығын арттыра, кәңәш-төңәштәр ала.
Былар - Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы тормошоноң бер өлөшө генә. Уның тыйнаҡ, баҫалҡы, ипле булыуы бар ерҙә сағыла. Яңы гәзит тыуһын өсөн бар күңелен һалып, шул тормошта ҡайнай. Кәрәк икән һүрәт тә төшөрөп ҡуя, хәбәрселәрҙең мәҡәләләрен шымартып, кәрәген генә ҡалдырып, тос, йыйнаҡ итеп мөхәррирләү оҫталығына ла эйә.
“Табын”дың ышаныслы, алтын терәге булған юбилярыбыҙға алда ла илһам ҡомарының бай булыуын, ижади уңыштар, һаулыҡ-ҡыуаныстар ғына теләп ҡалабыҙ.
Автор:Альфия Валиева