Ҡыуанып ҡайттыҡ

Ҡыуанып ҡайттыҡ

04.11.2022

Ошо көндәрҙә бәйгенең еңеүселәре һәм призёрҙары Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының тамаша залында тәбрикләнде.

Беҙҙең Баймаҡ районы мәктәптәре уҡыусылары ла был бәйгелә ихлас ҡатнашты. "Беҙҙең өйҙөң йәме" номинацияһында Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IX синыф уҡыусыһы Румия Тәхәүетдинова, X синыф уҡыусыһы Айсар Баймөхәмәтов (етәкселәре – Гөлгөнә Яҡшыбаева) һәм Түбә мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Үтәбаев (етәксеһе – Дилә Исхаҡова) призёр булды.

Уҡыусыларыбыҙ менән был матур саранан илһам алып, ҡыуанышып ҡайттыҡ.

Дилә Исхаҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Возврат к списку