24.04.2026
"Йәшлек" республика һәм "Беҙҙең Ҡыйғы" район гәзиттәренә яҙылып, "Ҡарағай" шифаханаһына юллама отҡан Рәйлә Ғафарова – Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылынан. Ул инде 20 йылдан артыҡ почтала эшләй. Гәзит-журналдарҙы үҙе лә яратып уҡый, халыҡҡа ла ихлас тарата.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына республика, ҡала, район гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында уйнатҡан юлламаны йәштәр гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков алып барып тапшырҙы.