16.08.2023
Хөкүмәт премияһы йыл һайын иң яҡшы журналистарға тапшырыла. Уның суммаһы 5 тапҡырға күтәрелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, премия суммаһы 100 мең һумдан 500 мең һумғаса арттырыла.
✨Премияға айырым журналист та, журналистар коллективы ла дәғүә итә ала. Ҡарар киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.